Башҡортостанда билдәһеҙ кешеләр ишле ғаиләнең малға әҙерләгән 19 тонна бесәнен юҡ иткән
Әбйәлил районы ауылдарының береһендә билдәһеҙ кешеләр күп балалы ғаиләнең ҡул көсө менән ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән тиҫтәләгән кәбән бесәнен яндырған.
— Һәр бер күбәгә ут төртөп сыҡҡандар! Ҡарағыҙ! Кешеләр ниндәй була! - ти видео авторы.