АТАЙСАЛ
-28 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 13:00

Халыҡ-ара форум-күргәҙмә старт алды

Мәскәүҙәге “Сколково” инновация үҙәге майҙанында “Отдых Leisure 2020” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе старт алды. Сара инде 26 йыл рәттән уҙғарыла.Быйыл эске һәм йәйәү йөрөү туризмын үҫтереү мәсьәләһе уның төп темаһына әйләнде. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова тәбрикләне.

Мәскәүҙәге “Сколково” инновация үҙәге майҙанында “Отдых Leisure 2020” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе старт алды. Сара инде 26 йыл рәттән уҙғарыла.
Быйыл эске һәм йәйәү йөрөү туризмын үҫтереү мәсьәләһе уның төп темаһына әйләнде. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова тәбрикләне.
Коронавирус пандемияһы иҡтисадтың күп тармаҡтарына ҡағылды, ә туризм тәүгеләрҙән булып уның ҡорбанына әйләнде һәм йөрөүҙе сикләү эҙемтәләренән әле лә арынып бөтә алмай.
Әлеге сарала Рәсәй компаниялары, шулай уҡ сит илдәрҙең туризм буйынса офистары вәкилдәре ҡатнаша. Форум-күргәҙмәгә Башҡортостан стенды ла ҡуйылған. Республиканың туризм ҡеүәтен сағылдырыу өсөн баш ҡалаға туризм индустрияһының бөтә вәкилдәре лә килгән: ошо өлкәләге эксперттар, туроператорҙар, “Янғантау”, “Торатау” геопарктары хеҙмәткәрҙәре.
“Башҡортостан күргәҙмәлә бер нисә тапҡыр ҡатнаша. Республиканың стенды йылдан-йыл ҙурыраҡ, яҡшыраҡ була бара. Был - төбәк һәм республика турпродукттарын рекламалау. Унда хеҙмәттәштәр менән туранан-тура аралашырға мөмкин, транспорт логистикаһы, турмаршруттар тураһында мәғлүмәт алыу өсөн ҙур мөмкинлек бар. Бындай саралар форумда ҡатнашҡандарҙың барыһы өсөн дә һөҙөмтәле тип иҫәпләйем. Күрше төбәктәр тураһында тулы мәғлүмәт бер урында күрһәтелгән, бер ҡайҙа китергә лә, осорға ла кәрәкмәй”, – ти “БашТур Союз” рәйесе Илдар Бикҡужин.
Башҡортостан экспозициялары менән “Ростуризм” етәксеһе Зарина Догузова танышты. Республика делегацияһы вәкилдәре уға төбәктең туризм өлкәһендәге мөмкинлектәре тураһында һөйләне, шулай уҡ ҡурайҙа уйнап ишеттерҙеләр. Зарина Догузова башҡорт милли музыка ҡоралы тауышын бик оҡшатты.
“Отдых Leisure 2020” форум-күргәҙмәгә ярашлы сессиялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, бәхәстәр, ғәмәли кейстар, исем туйҙары үтәсәк. Ҡатнашыусылар ошо йүнәлешкә ҡағылышлы һорауҙарға яуап табасаҡ, туризм өлкәһендәге эксперттарҙан белем, тәжрибә туплаясаҡ.