Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 15:00

Ҡатын һәләк булған

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос авария була. Республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Инйәр-Белорет юл трассаһының 11 километрында Илтирәк ауылынан сыҡҡан КамАз машинаһы юл сатындағы боролошта үтеп барыусы еңел автомобилгә юл бирмәй, уға бәрелә. Һөҙөмтәлә, "Kia Spectra" автомобиле салонындағы 58 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Уның Баймаҡ районынан булыуы билдәле.

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос авария була. Республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Инйәр-Белорет юл трассаһының 11 километрында Илтирәк ауылынан сыҡҡан КамАз машинаһы юл сатындағы боролошта үтеп барыусы еңел автомобилгә юл бирмәй, уға бәрелә. Һөҙөмтәлә, "Kia Spectra" автомобиле салонындағы 58 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Уның Баймаҡ районынан булыуы билдәле. Шулай уҡ водитель һәм уның ике пассажиры- 27 йәшлек ҡыҙ менән 18 йәшлек егет ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Республика юлдарында бер тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2600-ҙән ашыу юл ҡағиҙәләре боҙоу осрағы теркәлгән, 13 юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше вафат булған, 15-е йәрәхәтләнгән.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: