Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 12:30

Арсен Әйүпов --“Рәсәй лидерҙары”конкурсы еңеүсеһе

Башҡортостандан Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында еңеүсе булды. Ул бөтә Рәсәйҙән йыйылған башҡа 106 суперфиналсы менән бергә юғары звено чиновниктары һәм эре бизнесмендарҙан идара итеү тәжрибәһе йыя аласаҡ. Йәнә илдең үҙе теләгән юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлегенә эйә, бының өсөн 1 миллион һумлыҡ сертификат биргәндәр. Конкурста беҙҙең республика данын алты суперфиналсы яҡланы, уларҙың икәүһе былтыр “Башҡортостан лидерҙары” бәйгеһендә еңгәйне.

Яҡташыбыҙ Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында еңеүсе булып танылды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
“Башҡортостандан Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында еңеүсе булды. Ул бөтә Рәсәйҙән йыйылған башҡа 106 суперфиналсы менән бергә юғары звено чиновниктары һәм эре бизнесмендарҙан идара итеү тәжрибәһе йыя аласаҡ. Йәнә илдең үҙе теләгән юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлегенә эйә, бының өсөн 1 миллион һумлыҡ сертификат биргәндәр. Конкурста беҙҙең республика данын алты суперфиналсы яҡланы, уларҙың икәүһе былтыр “Башҡортостан лидерҙары” бәйгеһендә еңгәйне. Тимәк, беҙҙең ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы объектив баһалаған. Тик беҙҙең бәйгелә, федераль программалағы кеүек, еңеүселәрҙең эш биреүселәр менән бәйләнешен булдырырға кәрәк. Әлегә был юҡ. Шуға күрә Арсен Мәскәүгә эшләргә киткән дә. Уны һәм башҡа талантлы йәштәрҙе кире ҡайтарыу йәһәтенән уйланасаҡбыҙ”, - тип яҙҙы республика Башлығы.
Арсен был конкурста ҡатнашып еңеүенә бик шатланған.
"Беҙ биш егет инек, барыбыҙ ҙа еңдек. Айырма шунда – мин остаз һайлап ала алам. Миллион һумлыҡ грантты уҡыу өсөн файҙаланасаҡмын. Дәүләт хеҙмәтендә эшләргә теләйем. Республика етәкселегенә һәм Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. Мәскәүҙә йәшәһәм дә, йәнем тыуған яҡта. Республикамды онотмайым, ҡайтып йөрөйөм. Башҡортостанда инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашам", – тигән Арсен.
Башҡортостандан финалда Арсендан тыш Тимур Зәйнуллин, Азат Иҫәнғолов, Рөстәм Кантюков, Рәмил Моталлапов һәм Николай Поподько ҡатнашҡан.