Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 15:35

Ғәйепле язаһын алыр

Әбйәлил районы Байым ауылында йәшәүсенең бесәненә ут төрткәндәр. Һөҙөмтәлә 19 тонна бесән яна.

Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғы райондарында йәшәүе ауырлашты. Төбәктәге халыҡ малға ҡарап ҡына йәшәй, тиһәк тә хата булмаҫ. Шуға ла йәй дауамында бесән, мал аҙығы әҙерләргә мәжбүр. Ә бына йылдарҙың ҡоро, ямғырһыҙ килеүе, йә бесәнде сабып ҡына һалғас, ҡойоп ямғыр яуып уны серетеүе, яндырыуы халыҡтың тамам тәҡәтен ҡоротто. Әммә бирешмәй улар, үҙҙәренсә тырышып донъя көтә... Тик шул тырышлығыңды күрә алмаусылар, аяҡ салыусылар ҙа була шул...
Уҙған йәкшәмбе 22.39 сәғәттә янғын хеҙмәте саҡырыу ала. Әбйәлил районы Байым ауылында йәшәүсенең бесәненә ут төрткәндәр. Һөҙөмтәлә 19 тонна бесән яна.
Әле Рәсәй Енәйәт Кодексының 167-се статьяһы 2-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған. Ут төртөүсе асыҡланып, уның ғәйебе иҫбатланһа, уны 5 йылға иркенән мәхрүм итәсәктәр.
Ғәйепле үҙ язаһын алыр тип ышанабыҙ.
Ә халыҡҡа былай тип өндәшкебеҙ килә: кеше менән булышмағыҙ! Ҡылған яуыз ғәмәлегеҙ өсөн ҡасан булһа ла яуап тоторға тура киләсәк. Гонаһынан ҡурҡығыҙ!