Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 14:00

Йәш белгестәргә юл асыҡ

Яңыраҡ ҡына медицина өлкәһендә ике йәш ҡатын-ҡыҙ эш башлауын хәбәр иткәйнек. Ҡыуаныслы яңылыҡ: сентябрь башында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы тағы бер йәш белгес менән тулыланды.Таныш булығыҙ—Иҙрис Нуриман улы Юнысбаев, табип-педиатр.

Сибай үҙәк дауаханаһында табип-педиатрҙарға ҡытлыҡ булыуы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әлеге ваҡытта кескәйҙәрҙе ҡабул итеүсе белгестәрҙең күбеһе өлкән йәштә. Шунлыҡтан үҙәк дауахананың баш табибы Радик Нәҙерғолов кадрҙар туплауға айырым иғтибар бүлә. Эш башлаусыларға торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Табиптар сафы артыуы үҙ йәһәтендә урында медицина хеҙмәтләндеренеүең сифатын арттыра, демографик хәлде яҡшырта, үлем осраҡтарын кәметә.
Яңыраҡ ҡына был өлкәлә ике йәш ҡатын-ҡыҙ эш башлауын хәбәр иткәйнек. Ҡыуаныслы яңылыҡ: сентябрь башында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы тағы бер йәш белгес менән тулыланды.
Таныш булығыҙ—Иҙрис Нуриман улы Юнысбаев, табип-педиатр.
Иҙрис Нуриман улы быйыл ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 1 сентябрҙән Сибай үҙәк дауаханаһының балалар поликлиникаһында 12-се участкала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә башлаған.
Егеткә эшендә уңыштар теләйбеҙ!