Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:23

«Спутник V» төбәктәргә ебәрелде

Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.

Гамалея үҙәгендә эшләнгән коронавирусҡа ҡаршы вакцина 8 сентябрҙән граждандар әйләнешенә сығарылды. Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.
Вакцина «Спутник V» исеме менән билдәләнде. Бөгөнгө көндә уның беренсе партияһы төбәктәргә оҙатылырға әҙер.
Рәсәй Президенты В.В.Путин белдереүенсә, вакцина сифаты буйынса һынау үтте, ул ҡулланыуға әҙер. Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә инеүсе – медицина хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар вакцинацияланасаҡ.
#ВВПУТИН
Читайте нас: