Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 13:00

Мобиль янғын һағы комплексы ҡайтарылды

Ауыл ерендә янғын һағын ҡайғыртыу—иң төп мәсьәлә. Йылда тиерлек ҡоролоҡ хөкөм һөргән төбәктә мобиль янғын һағы комплексы булдырыу—хәүефһеҙлек сараһы булараҡ бик кәрәкле эш.

Хәйбулла районы ауылдары “Урындағы башланғыстарҙы хуплау—2020” программаһы буйынса хәстәрләгән ҡорамалдарын ала башланы. Кисә генә Атингән ауыл биләмәһенә 2,0 тонна һыу һыйҙырышлы мискәһе булған мобиль янғын һағы комплексы ҡайтарылды.
--Проектты ғәмәлгә ашырыуға аҡсалата өлөш индергән Йәнтеш ауылы халҡына, бағыусылар--Әхәт Ғилажевҡа, Алмаз Илембәтовҡа, Рифат Байғужинға, Ринат Таулыҡаевҡа, Ғиса Атановҡа, Наил Исҡужинға, Ғәлим Ултыраҡовҡа ҙур рәхмәтәбеҙҙе белдерәбеҙ!—ти Атингән ауылы хакимиәте етәкселеге.
Ауыл ерендә янғын һағын ҡайғыртыу—иң төп мәсьәлә. Йылда тиерлек ҡоролоҡ хөкөм һөргән төбәктә мобиль янғын һағы комплексы булдырыу—хәүефһеҙлек сараһы булараҡ бик кәрәкле эш.