АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:45

Балалар тауышы тынмаһын

Баймаҡ районының Үрге Таһир ауылында "Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар майҙансығы асылды. Кескәйҙәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ололар ҙа килде.

Баймаҡ районының Үрге Таһир ауылында "Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар майҙансығы асылды. Кескәйҙәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ололар ҙа килде. Тантанала Темәс ауылы хакимиәте биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Үрге Таһир ауылы халҡы киләсәкте-балаларҙы ҡайғыртҡан, уларҙың үҫешен хәстәрләгән етәксе Айгөл Ғүмәр ҡыҙына, депутат Морат Айытбай улына ҙур рәхмәт белдерҙе. Майҙансыҡта балалар рәхәтләнеп уйнаһын, уларҙың шат тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон.
#нацпроекты#миллипроекттар