Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 15:00

Сибай ҡалаһында ел паркы төҙөү күҙаллана

ВС Green немец компанияһы Башҡортостанда 200 мегаватт ҡеүәтле ел паркы төҙөргә иҫәп тота, тип белдерә Өфөнөң РБК каналы республиканың үҫеш корпорацияһы ғаризаһы һылтанмаһына таянып.

ВС Green немец компанияһы Башҡортостанда 200 мегаватт ҡеүәтле ел паркы төҙөргә иҫәп тота, тип белдерә Өфөнөң РБК каналы республиканың үҫеш корпорацияһы ғаризаһы һылтанмаһына таянып.
Инвестор менән беренсе һөйләшеүҙәр булған. Проектҡа һалынасаҡ инвестиция күләме, шулай уҡ уның тормошҡа ашырылыу ваҡыты тураһында әлегә хәбәр ителмәй.
Электр станцияларын урынлаштырыу майҙансыҡтары булараҡ Бәләбәй районы, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары ҡарала. Тап ошо ерлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 7,5 метрға етә. Электр энергияһын етештереү өсөн урынлаштырыласаҡ ҡорамалдар 400 гектарҙы биләйәсәк тип фаразлана.