Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 21:30

Балалар ауырый башлаған

Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 323 уҡыусы дистанцияла уҡыуға күсте. Уларҙың күбеһе сирле кеше менән бәйләнештә булған. Был осраҡтар Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарына теркәлгән.

Балаларҙың уҡый башлауына бер аҙна ла юҡ. Асыҡланыуынса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар һәм уҡытыусылар сирләй башлаған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 323 уҡыусы дистанцияла уҡыуға күсте. Уларҙың күбеһе сирле кеше менән бәйләнештә булған. Был осраҡтар Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарына теркәлгән.
– Һәр осраҡта ике сәғәт эсендә "Роспотребнадзор"ға һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәғлүмәт еткерелә. Сирле менән бәйләнештә булғандар, шул иҫәптән уҡытыусы дистанциялағы режимға китә. Балалар баҡсаларында ла ошондай уҡ алгоритм, – тине Айбулат Хажин.
– Беҙҙә сирләгән кешеләр әле һаман байтаҡ. Күп етәкселәр һәм хакимиәт башлыҡтары сирләй. Бер башлыҡ ауыр хәлдә. Хәҙер тағы ике аҙна хәлде күҙәтергә кәрәк, артабан күҙ күрер, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе грипҡа ҡаршы вакцина яһатыу кәрәклеге тураһында әйтте. Әлеге ваҡытта туғыҙ мең кеше яһатҡан. Яҡын арала балаларға прививка эшләй башланасаҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, гриптан вакцина килгән, ул 2020 йыл тамамланғансы етә.
Дөйөм алғанда, әле республикала коронавирус менән сирләгәндәр һаны 8011 кешегә еткән. Уларҙың 30-ы – һуңғы тәүлек эсендә. 67 кеше стационарҙа дауалана, биш кеше ауыр хәлдә. 789 кеше өйҙә дауалана. 7126 кеше һауыҡҡан.
Читайте нас: