Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы конкурста Башҡортостандан еңеүселәр араһында Йылайыр районы ла бар.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға бүленгән 520 миллион һум күләмендәге матди ярҙам биләмәләрҙе күркәмләндереү, төҙөкләндереү өсөн тотоноласаҡ.
--Мәртәбәле сарала еңеүебеҙгә шатбыҙ! Уның сиктәрендә Йылайыр ауылы Ленин урамының тарихи өлөшөн тулыһынса үҙгәртәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә эштәр 2021 йылда башланасаҡ,--тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов.
Борис Николаевич шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Башлыҡ хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға, ҡала мөхите һәм йәмәғәт урындары үҫеше мәсьәләләре буйынса советник Ольга Сарапуловаға, Башҡортостан ҡалалары үҫеше институтына, «КБ-11» конструктор бюроһына, проектты баштан алып аҙағынаса әҙерләүгә булышлыҡ итеүсе Ильгиз Фәтҡуллинға, Александр Годуленкоға һәм бөтә эш төркөмөнә ҙур рәхмәттәр еткерҙе.
#нацпроекты#миллипроекттар