Рәсәй Президенты Владимир Путин Сыуаш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев менән видеоконференция режимында аралашты.
Етәкселәр Сыуаш Республикаһында коронавирус менән бәйле хәл тураһында һөйләште. Бынан тыш, республикала медицина хеҙмәткәрҙәре, тиҙ медицина ярҙамы диспетчерҙары, техник хеҙмәткәрҙәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр булдырыу -аралашыуҙың төп темаһы булды.
- Бөгөнгө көндә балаларға 4 миллиард 975 миллион аҡса түләнде. Йәштәрҙе ауылда ҡалдырыр өсөн ауыл ипотекаһы ставкаһын кәметеү өҫтөндә лә эш алып барабыҙ. Былтыр Чебоксарға 550 йыл тулды, ә быйыл Сыуаш Республикаһының автономиялы булыуына 100 йыл була. Ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә Сыуаш Республикаһы, Чебоксар ҡалаһы халҡы исеменән рәхмәтемде белдерәм,- тине Олег Николаев.