Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 11:00

Мәҙәниәт һәм ял паркы күркәмләнәсәк

Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы конкурста Башҡортостандан 8 еңеүсе араһында Сибай ҡалаһы ла булыуы ҡыуаныслы.

Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы конкурста Башҡортостандан тағы еңеүселәр бар: Воскресенское, Дәүләкән, Благовещен, Сибай, Белорет, Учалы, Баймаҡ һәм Йылайыр. Йәмғеһе 520 миллион һум тәшкил иткән матди ярҙам биләмәләрҙе күркәмләндереү өсөн тотоноласаҡ. Төҙөкләндереү эштәре 2021 йылға планлаштырылған.
Еңеүселәр араһында булған Сибайҙа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндереләсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: