Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 10:00

Баш тартмау хәйерле

Ошо көндәрҙә республикаға өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн киҙеүгә ҡаршы вакциналарҙың тәүге партияһы килде.СОВИГРИПП® вакцинаһы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарына, медицина, мәғариф, транспорт, коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә, хәүеф төркөмөнә ингән башҡа кешеләргә, шул иҫәптән стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгәндәргә һәм эшләгәндәргә һалыу өсөн медицина ойошмаларына бүленде.

Ошо көндәрҙә республикаға өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн киҙеүгә ҡаршы вакциналарҙың тәүге партияһы килде.
СОВИГРИПП® вакцинаһы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарына, медицина, мәғариф, транспорт, коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә, хәүеф төркөмөнә ингән башҡа кешеләргә, шул иҫәптән стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгәндәргә һәм эшләгәндәргә һалыу өсөн медицина ойошмаларына бүленде.
Башҡортостанда халыҡтың 60 процентынан ашыуына прививка яһаласаҡ.
"Вируслы инфекция әле үтмәне. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә, ҡағиҙә булараҡ, респиратор ауырыуҙар, киҙеү ҡуҙғып китә, шуға күрә “Роспотребнадзор”ҙың, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыуҙы, прививка һалдырыуҙан баш тартмауҙы һорайым. Киҙеүҙән вакцина бушлай һалына. Бының өсөн йәшәгән ерҙәге медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итегеҙ", – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.