Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 11:00

Сәсең етһә, шылтырат

“Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Сибайҙағы айырымланған бүлеге 1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин грантына лайыҡ булған “Мобиль социаль бөҙрәхана” проектын тормошҡа ашыра башланы.Проектҡа бүленгән аҡсаға бөҙрәхана эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле ике кейс һатып алынған.

“Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Сибайҙағы айырымланған бүлеге 1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин грантына лайыҡ булған “Мобиль социаль бөҙрәхана” проектын тормошҡа ашыра башланы.
Проектҡа бүленгән аҡсаға бөҙрәхана эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле ике кейс һатып алынған.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы эшләй башалаған мобиль социаль бөҙрәхана оло йәштәгеләр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, аҙ тәьмин ителгән хаҡлы ялдағылар, ветерандар, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыусы барлыҡ граждандар өсөн тәғәйенләнгән. Сәс ҡырҡыусылар үрҙә һынап үткән ҡатламға ҡараусыларҙың өйҙәренә йөрөп бушлай хеҙмәт күрһәтә. Бындай сара ярҙамға мохтаждарҙың йәшәү сифатын күтәрә, психологик һәм физик сәләмәтлектәре торошона ыңғай йоғонто яһай.
Проект сиктәрендә парикмахер дипломы булған ике кешегә эш урыны булдырылған. Социаль йүнәлештә эшләүсе белгестәр квалификацияларын күтәреү маҡсатында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының “Перспектива” уҡыу үҙәгендә ҡыҫҡа сроклы курс үткән. Улар шулай уҡ мобиль булмаған граждандар менән эшмәкәрлек алып барыу тәртибе менән танышҡан.
Бөҙрәхана хеҙмәте менән ҡулланырға теләүселәр түбәндәге телефондарға шылтыратып заявка ҡалдара ала:
8-347-286-51-07 Өфө ҡалаһының “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге,
8-37475-2-25-07 “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Сибайҙағы айырымланған бүлеге.
#нацпроекты#миллипроекттар