Уның әйтеүенсә, 150 учреждениеға ҡағыҙҙы, пластикты һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы айырым-айырым йыйыу өсөн 200-ҙән ашыу контейнер тапшырылған. Сентябрь аҙағына тиклем республиканың төньяҡ-көнбайышындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан 250 мәктәпте 599 комплект менән тәьмин итеү күҙаллана. Әле контейнерҙарҙы Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары алған.
– Мәғариф учреждениеларында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы ғәмәлгә индереү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки экологик фекер йөрөтөү, экологик мәҙәниәт бала саҡтан тәрбиәләнә, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. – Миллионлаған уҡыусы көндәлек тормошта бик кәрәкле күнекмәләрҙе үҙләштерәсәк, ҡалдыҡтарҙа сүп-сарҙы ғына түгел, ә эшкәртеү өсөн сеймалды күрергә өйрәнәсәк.
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Мәғариф министрлығы менән берлектә ҡалдыҡтарҙы селектив йыйыуҙы этаплап ғәмәлгә индерә. Мәҫәлән, тәүге этапта, 2020 йылда мәғариф ойошмалары республика бюджеты иҫәбенә контейнерҙар менән йыһазландырыла. Ауыл мәктәптәренә комплекттар икенсе этапта, йәғни киләһе йыл тапшырыла.