АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 11:00

Кино күрһәтәләр

Республиканың Хәрби Дан музейы һәм уның филиалы – 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы “Хәрби-тарихи кино көндәре” фестиваленә ҡушыла. “Еңеү биләмәһе” проекты нигеҙендә музейға килгәндәргә Ватан кинематографының Бөйөк Ватан һуғышына арналған иң яҡшы әҫәрҙәрен бушлай күрһәтәләр. Сара Мәскәүҙең Еңеү музейы башланғысы менән 2 – 6 сентябрҙә уҙғарыла.

Республиканың Хәрби Дан музейы һәм уның филиалы – 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы “Хәрби-тарихи кино көндәре” фестиваленә ҡушыла. “Еңеү биләмәһе” проекты нигеҙендә музейға килгәндәргә Ватан кинематографының Бөйөк Ватан һуғышына арналған иң яҡшы әҫәрҙәрен бушлай күрһәтәләр. Сара Мәскәүҙең Еңеү музейы башланғысы менән 2 – 6 сентябрҙә уҙғарыла.Хәрби-тарихи кино көндәрен Игорь Копыловтың “Ржев” картинаһы аса. Ул экрандарға былтыр 5 декабрҙә сыҡҡайны. Тамашасылар шулай уҡ “Калашников” һәм “Познавая цвет войны” фильмдарын ҡарай ала.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында 3 сентябрҙә 14.00 сәғәттә – "Ржев”, 4 һәм 5 сентябрҙә 14.00 сәғәттә – “Калашников”, 6 сентябрҙә 15.00 сәғәттә – “Познавая цвет войны”, Республика Хәрби Дан музейында 3 сентябрҙә 15.00 сәғәттә – “Ржев", 4 сентябрҙә 12.00 сәғәттә “Калашников картинаһы күрһәтелә.