Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт чиновниктарына эш хаҡын арттырыу тураһындағы Ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
«2020 йылдың 1 октябренән Рәсәй Федерацияһында дәүләт вазифаларын башҡарыусыларҙың эш хаҡы 1,03 тапҡырға арттырыла,” – тиелгән документта.
Бынан тыш, Тәфтиш комитеты башлығы һәм Генпрокурорҙың да эш хаҡы 3%-ҡа артты.