Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 12:30

Белем байрамдары гөрләй

Бөгөн—Белем көнөндә Хәйбулла районы мәктәптәренә 4075 уҡыусы уҡырға барҙы. Шуларҙың 456-һы тәү тапҡыр мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫты. Аҡъяр тау колледжында 600-ҙән ашыу студент белем ала.Райондың 40 белем усағы, 27 балалар баҡсаһы яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Мәғариф учреждениеларын ремонтлауға 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Бөгөн—Белем көнөндә Хәйбулла районы мәктәптәренә 4075 уҡыусы уҡырға барҙы. Шуларҙың 456-һы тәү тапҡыр мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫты. Аҡъяр тау колледжында 600-ҙән ашыу студент белем ала.
Райондың 40 белем усағы, 27 балалар баҡсаһы яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Мәғариф учреждениеларын ремонтлауға 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Коронавирус пандемияһын профилактикалауға бәйле белем биреү процесын ойоштороуҙа үҙгәрештәр бар. Һәр класс үҙ кабинетында шөғөлләнә, технология, информатика, физика, химия, физкультура дәрестәренә генә улар икенсе бүлмәләргә күсә. Дәрестәр 35 минут дауам итә, тәнәфестәр 10 минут була.
Мәғариф учреждениеларына санитар эшкәртеү үткәреү өсөн рециркуляторҙар, пирометрҙар һатып алынған.
Башланғыс класс уҡыусыларын тағы бер яҡшы яңылыҡ—бушлай йылы аш менән тәьмин ителеү көтә. 1 сентбярҙән 1-4 кластарҙа белем алыусы 1800 бала дәүләт иҫәбенә бушлай туҡланасаҡ.