Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнең бер өлөшө башҡорт телендә үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровтың сығышы тулыһынса башҡортса барҙы, ул республикала үтәсәк Милли кейем көнө тураһында һөйләне. Әйткәндәй, ул үҙе һәм тағы бер нисә кеше оператив кәңәшмәгә милли кейемдә килгән ине.
Башҡортостанда Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе шишәмбеһендә үтәсәк. Быйыл ул 11 сентябргә тура килә. Билдәле сәбәптәр арҡаһында, сараларҙың күпселеге онлайн форматта үтәсәк: оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, флешмобтар һәм башҡалар.
11 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә Өфөлә Конгресс-холл янында ҙур әйлән-бәйлән үтәсәк, унда теләгән кешеләр үҙҙәренең милли кейемен кейеп килә ала.
– Матбуғат сараларында был көн киң яҡтыртылырға тейеш. Кешеләр милли кейемдәр тарихы менән таныша, уларҙың үҙенсәлектәрен белә алһын. Йәрминкә һәм күргәҙмәләр ойошторорға кәрәк, кешеләр унда костюмдың элементтарын, аксессуарҙар һатып ала алһын, – тине Фәнүр Йәғәфәров.
Был көндәрҙә милли кейем элементтарын эшлекле һәм көндәлек кейемдә файҙаланырға тәҡдим ителде.
– Был сарала мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре генә түгел, башҡа өлкәләрҙә эшләгән кешеләр ҙә ҡатнашһын ине. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр башҡалар өсөн тамырҙарына ихтирамлы ҡараш өлгөһө булыр ине. Йәштәр араһында ир-аттың эшлекле костюмын популярлаштырыу бик мөһим, – тине Фәнүр Йәғәфәров.
Ул етештереүселәрҙе лә үҙҙәре теккән әйберҙәрҙә милли стиль элементтарын ҡулланырға саҡырҙы.
Алдан әйткәнсә, уның сығышы башҡортса булды. Экранда рус теленә тәржемә күрһәтелеп барҙы.
Радий Хәбиров был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының уларҙан алғараҡ китеп, беренсе булып башҡорт телендә ултырыштар үткәрә башлағанын белдерҙе. Хәҙер бынан ары Хөкүмәт ултырыштарында ла техник яҡтан быны эшләү мөмкин булды.
– Милли кейем көнөнә килгәндә, был мәҙәни-күңел асыу сараһы түгел. Ул йолаларҙы, мәҙәниәтте һаҡлау өсөн мөһим. Бында башҡорт ҡына түгел, башҡа милләттәр ҙә ҡатнашһын. Үҙем дә ваҡыты менән милли кейем кейәм, 11 сентябрҙә лә быны эшләйәсәкмен, - тине Башҡортостан Башлығы.