Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 14:24

Виртуаль концерт залы асылды

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда виртуаль концерт залы эшләй башланы. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән залда сибайҙар Рәсәйҙең билдәле ижади коллективтарының концерттарын онлайн режимда ла, яҙмаларын да ҡарай аласаҡ.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда виртуаль концерт залы эшләй башланы. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән залда сибайҙар Рәсәйҙең билдәле ижади коллективтарының концерттарын онлайн режимда ла, яҙмаларын да ҡарай аласаҡ.
Рәсәй Пезиденты указына ярашлы эшләп килгән милли проекттың “Балалар сәнғәт мәктәбенә виртуаль концерт залы булдырыу” сараһы сиктәрендә “Мир” йәштәр йортона мультимедиа ҡорамалдары--проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофондар ҡуйылған, юғары технологиялы интернет уҙғарылған. Махсус залға сигнал Мәскәү дәүләт филармонияһынан ебәрелә. Бынан ары иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡаланан ситкә сыҡмайынса ла ҡарап була.
Виртуаль концерт залын асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Й.У.Биккинов, музыка, сәнғәт мәктәптәре директорҙары һәм уҡытыусылары, классик музыка һөйөүселәр ҡатнашты. Сара башында Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрының ҡотлау һүҙҙәре лә яңғыраны.Ҡунаҡтарҙың барыһы ла виртуаль концерт залының ҡала өсөн мөһимлеген, белем биреү һәм мәҙәни ҡиммәтәрен баһаланы.
Үҙенсәлекле залға үтеүселәр Е.Ф.Светланов исменендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры башҡарауында Шопен һәм Чайковский әҫәрҙәрен тыңланы. Василий Петренко дирижерлыҡ итте.
--Залда тауыш шул тиклем яҡшы ишетелә, уның сифаты юғары. Хатта үҙеңдең ҡайҙалыр ситтә ултырғаныңды онотоп, төп концертта кеүек хис итәһең. Сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтарының урында тороп илебеҙҙең иң яҡшы залдарында барған концерттарҙы ҡарай алыуы ҡыуаныслы. Уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн зал бик уңайлы. Бында шулай уҡ билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, педагогтар менән онлайн оҫталыҡ кластары, семинар, осрашыуҙар, кәңәшмәләр уҙғарыу мөмкинлеге бар,--тине Сибай сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары, “Мир” йәштәр йорто етәксеһе Гүзәл Талип ҡыҙы Бураншина.
#нацпроекты#миллипроекттар