«Ҡарар хөкүмәт һәм төбәк кимәлендә ҡабул ителде. Дәрестәр төрлө графикта уҡыу йорттарында үткәрелә, уларҙың сифатына зыян килмәгән осраҡта дистанцион форматта ла үткәрергә мөмкин. Битлектәр кейеп йөрөү бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, санитар нормаларҙы теүәл үтәүҙе һорайым. Юғары уҡыу йорттары студенттарына COVID-ҡа анализ тапшырыу мотлаҡ түгел. Уҡыу йорттарына ингәндә балаларҙың тән температураһы тикшереләсәк. Мәктәп ашханһы хеҙмәткәрҙәре битлек һәм бирсәткәһеҙ эш урынына индерелмәй. Уҡыу балалар өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш,”-тине ил башлығы.