Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 10:00

Хәйерһеҙ иртә

Сибай ҡалаһының Белов урамында төнгө сәғәт 3.00 тирәһендә авария теркәлгән. Унда Баймаҡ районының Икенсе Төркмән ауылынан 17 йәшлек егет һәләк булған.

Сибай ҡалаһының Белов урамында төнгө сәғәт 3.00 тирәһендә авария теркәлгән. Унда Баймаҡ районының Икенсе Төркмән ауылынан 17 йәшлек егет һәләк булған. Быйыл 11-се класты бөтөп Магнитогорск ҡалаһының уҡыу йорттарының береһенә уҡырға ингән йәш кеше мопед менән бағанаға бәрелгән.
Ике ай элек кенә уның атаһы һыуға батып үлгән булған.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй шул...
Юл хәрәкәте фажиғәһе булған урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, хәлдәр асыҡлана.
Мәрхүмдең әсәһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.