АТАЙСАЛ
-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 13:40

Исемлектә яҡташтар ҙа бар

Башҡортостанда 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды.

Башҡортостанда 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды.
Премияға дәғүә итеүсе кандидаттар:
  1. Булат Тимербай улы Йосопов (режиссер), Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова (сценарий авторы) – "Беренсе Республика" тулы метражлы нәфис фильмы (2019 йыл) өсөн. "Арҡаҙаш" фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк фонды тарафынан тәҡдим ителделәр.
  2. Айрат Әхтәм улы Абушахманов (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры), Альберт Валерьевич Нестеров (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры рәссамы) – Гүзәл Яхина романы буйынса "Зөләйха күҙҙәрен аса" (2017 йыл) һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" (2014 йыл) спектаклдәре өсөн. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан тәҡдим ителделәр.
  3. Хәтип Сәрүәр улы Фазылов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы – "Тыуған ил образы – ғөрөф-ғәҙәттәр һәм рухлылыҡ" нәфис әҫәрҙәр циклы (2018-2019 йылдар) өсөн. "Рәсәй рәссамдары союзы" Бөтә Рәсәй ижад йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
  4. Урал Мирас улы Иҙелбаев, композитор – "Тыуған ер тураһында хикәйәт" музыкаль циклы; "Урал легендалары" этно-проекты; "Урал легендалары" ("Торатау тураһында хикәйәт") мюзиклы; "Сал Урал моңо" концерт программаһы өсөн. "Башҡортостан" дәүләт концерт залы тарафынан тәҡдим ителде.
  5. Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева (Тамара Ғәниева), Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре – "Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: шиғырҙар" (2018 йыл), "Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том: поэмалар, шиғырҙар" (2019 йыл) йыйынтыҡтары өсөн. Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан тәҡдим ителде.
  6. Хәйҙәр Ниғмәт улы Тапаҡов, яҙыусы, Сибай мәғлүмәт үҙәгенең "Атайсал" төбәк гәзите баш мөхәррире – "Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә" повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы (2019 йыл) өсөн. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) тарафынан тәҡдим ителде.
  7. Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева (Лира Әхмәт-Яҡшыбаева) – "Мөжәүир хәҙрәт" (2015 йыл), "Зәйнулла ишан. Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә" (2019 йыл) китаптары өсөн. Башҡортостандың Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тәҡдим ителде.
  8. Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллин (балетмейстер-ҡуйыусы), Минзилә Марат ҡыҙы Ҡотошова (режиссер-ҡуйыусы), Рәмил Париж улы Туйсин (композитор), Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова (сценарий авторы) – "Эйәрле ат беҙ менгәндәр..." ("Уралдан Берлинға тиклем") театрлаштырылған концерт программаһы (2020 йыл) өсөн. Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһе тарафынан тәҡдим ителделәр.
  9. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире – "Көҙгө алмалар: хикәйәләр, пьеса, поэма, шиғырҙар" йыйынтығы (2019 йыл) өсөн. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте тарафынан тәҡдим ителде.
  10. Рәшит Рәхим улы Йыһанов, композитор, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры – "Ҡәбиләләр бәрелеше" симфоник оркестр һәм фортепиано өсөн өсөнсө Op.8 in Des Allegretto rubato концерты өсөн. Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан тәҡдим ителде.
  11. Комиссия ойошмалар, уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәрен әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Фекерҙәрҙе 21 сентябргә тиклем конкурс комиссияһына ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, 16-сы кабинет. Бәйләнеш өсөн телефондар: 280-87-97, 280-87-77.
    #нацпроекты#миллипроекттар