Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 11:35

Юлдар булған ерҙә, тормош та бар

Бөгөнгө көндә беҙҙең төп бурыс - юл селтәрен: порт, аэропорт, автомобиль һәм тимер юлдарын төҙөү һәм төҙөкләндереү. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә был эштәрҙең тиҙлеге арттырыласаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Ҡырымдағы дүрт һыҙатлы “Таврида” юлын төҙөүселәр менән осрашты.
“Бөгөнгө көндә беҙҙең төп бурыс - юл селтәрен: порт, аэропорт, автомобиль һәм тимер юлдарын төҙөү һәм төҙөкләндереү. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә был эштәрҙең тиҙлеге арттырыласаҡ. “Таврида” юлының да киләсәктә артабан үҫеүенә, ҙур популярлыҡ яулауына ышанам. Юлдар булған ерҙә, тормош та бар,” – тине ил башлығы.
Беренсе техник категориялы дүрт һыҙатлы “Таврида” юлы Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы сигендә урынлашҡан. Төҙөлөш эштәрен 2023 йылда тамамлау планлаштырылған. 2020 йылдың аҙағына тиклем Керчтан Свастополгә тиклем 250,7 км юл асыласаҡ.
#ВВПУТИН