Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 11:10

Туғандаш республикаларҙың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге нығый

Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың осрашты. Унда ике яҡтың дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Етәкселәр иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә ике туғандаш республиканың төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләрен ҡараны.

Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың осрашты. Унда ике яҡтың дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Етәкселәр иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә ике туғандаш республиканың төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләрен ҡараны.
Рөстәм Миңлеханов Радий Хәбировҡа ике аралағы төрлө яҡлы үҫеш мәсьәләләренә даими иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.
- Башҡортостан менән Татарстан араһында электән туғандарса мөнәсәбәт булды. Беҙҙең халыҡтарҙы уртаҡ дин, тарихыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең, милли йолаларҙың, телдәрҙең һәм иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙарҙың яҡынлығы берләштерә, - тине Рөстәм Миңлеханов.
Ул былтыр ике төбәк етәксеһенең хеҙмәттәшлек тураһындағы яңы килешеүгә һәм 2019 - 2021 йылдарҙа уларҙы тормошҡа ашырыу саралары планына ҡул ҡуйғаны тураһында хәтергә төшөрҙө. Татарстан предприятиелары Башҡортостандыҡылар менән партнерлыҡ бәйләнештәрен уңышлы үҫтерә.
- Юғары технологиялар, ғилми-техник һәм мәғариф өлкәләре буйынса хеҙмәттәшлекте киңәйтергә кәрәк, - тине Рөстәм Миңлеханов. – Әлеге ваҡытта беҙҙә Башҡортостандан бик күп студент белем ала. Беҙҙекеләр ҙә һеҙҙә уҡый. Баҙар талаптарына һәм инновациялы иҡтисадҡа яуап биргән кадрҙар әҙерләүгә өҫтөнлөк бирелә.
Татарстан Президенты Башҡортостанда татарҙарҙың күпләп йәшәүен билдәләне һәм Радий Хәбировҡа уларҙың мәҙәни, рухи талаптарына иғтибары, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытҡаны өсөн рәхмәт әйтте. Шул уҡ ваҡытта Татарстанда йәшәгән башҡорттарҙың рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эш башҡарыла.
Радий Хәбиров күрше республиканы йөҙ йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне һәм уның ошо ваҡыт эсендә ҙур үҫеш юлы үткәнен билдәләне.
- Бөгөн Татарстан – илебеҙҙең иң йылдам үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙҙең республикаларҙа артабанғы кооперация һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар, - тине Радий Хәбиров. – Татарстандың эре нефть һәм газ сәнәғәте, нефть химияһы предприятиелары Башҡортостандағы коллегалары менән даими бәйләнештә. Күрһәткестәр тауар әйләнешенең үҫеше тураһында һөйләй, ул 34 миллиард һум тәшкил итә. Бындай хеҙмәттәшлек сауҙаны артабан да киңәйтеүгә булышлыҡ итер тип ышанам.
Радий Хәбиров Рөстәм Миңлехановҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә Ҡазанда һәйкәл асыу идеяһын тормошҡа ашырған өсөн рәхмәт әйтте.
- Беҙҙең өсөн ул - башҡорт-татар дуҫлығы символы, халыҡтар берҙәмлеге билдәһе, - тине Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров сентябрҙә Татарстанда мөһим ваҡиға – Президент һайлауы буласағын билдәләне.
- Минеңсә, Татарстан халҡы үҙенең лидерының республикаға алға барыу мөмкинлеге биргән эшмәкәрлеге менән ғорурлана ала. Был юлды лайыҡлы үтеүегеҙҙе теләйем, - тине ул.
Читайте нас: