Һуғыш хәрәкәте ветераны ғаиләһенә бәлә килде. 13 август Архангел районы Сухополь ауылында янғын сыға. Өй, һарай тулыһынса янып көлгә әйләнә. Бер нәмәне лә уттан сығарып өлгөрмәйҙәр.Күп балалы Вәлиевтар ғаиләһе аҡсаһыҙ, документтарһыҙ тороп ҡала. Айрат һәм Гөлзифа алты бала тәрбиәләй. Бөгөн уларҙы ғаилә башлығы Айраттың ата-әсәһе һыйындырған.