АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 11:50

Аҡсалар ҡайҙа булған?

Аҡса предприятиеның үҫешенә бөтөнләй инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай тиһәк тә дөрөҫ булыр. 45 миллиард һумлыҡ табыштың ни бары 2,5 миллиарды ғына инвестиция маҡсатына тотонола.

Президент В.В.Путин Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте менән уҙғарған кәңәшмәлә Ҡуштау менән килеп сыҡҡан хәл һәм "Башҡортостан сода компанияһы" тирәләй барған ваҡиғаларға ҡарата фекерен белдерҙе:
“Әлбиттә, был хәлдә халыҡ фекере ике төрлө. Бер яҡтан был компанияла эшләүселәр, завод сеймалһыҙ ҡалһа, эш урындары юғала тип борсолһа, Ҡуштауҙы яҡлауға сығыусылар тәбиғәт ресурсы булған шихандарҙы һаҡлауҙы үҙ бурысы тип һанай. Был компанияның контроль пакеты - шәхси кешеләр ҡулында. Аҡса предприятиеның үҫешенә бөтөнләй инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай тиһәк дөрөҫ булыр. 45 миллиард һумлыҡ табыштың ни бары 2,5 миллиарды ғына инвестиция маҡсатына тотонола. 2013 йыл башында компанияны берләштереү аша – дәүләт өлөшө мөғжизәле рәүештә юҡҡа сыға, контроль өлөшө лә кәмене. Дәүләт өлөшө компания эшләй башлағандан алып,62 процент булһа, әле 38 процентҡа әүерелгән, уның эш йүнәлештәре лә ҡырҡа үҙгәрҙе. Был предприятиела барған ғәҙелһеҙлектәрҙе күргән халыҡ күпселектә хаҡлы тип уйлайым. Компанияға, үҙ хәлен белә тороп, күптән өлөшләтә башҡа төр етештереү сәнәғәтенә күсергә, эшсе кадрҙарҙың профилен үҙгәртергә мөмкин ине бит,” -тине ил башлығы.
Ул республика Хөкүмәтенә һәм етәкселәренә ваҡиғаны ентекле өйрәнергә, ҡарар тәҡдим итергә ҡушты. Шулай уҡ прокуратураға дәүләттең ни сәбәпле активтар өҫтөнән контролен юғалтыуын тикшереүҙе йөкмәтте.
#ВВПУТИН