Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 11:44

Уҡытыусылар өсөн ташламалар булдырыла

Рәсәй Президенты В.В.Путиндың уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү булдырыу тураһындағы инициативаһы быйылғы уҡыу йылынан уҡ үҙ көсөнә инәсәк.

Рәсәй Президенты В.В.Путиндың уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү булдырыу тураһындағы инициативаһы быйылғы уҡыу йылынан уҡ үҙ көсөнә инәсәк. Быйыл педагогтар өсөн тағы ла бер нисә ташлама булдырылды. Уларҙың категорияһына ҡарап, эш аҙнаһы (18-ҙән 36 сәғәткә тиклем) ҡыҫҡартылырға тейеш. Тимәк ҡануниәттә ҡаралған сәғәттәрҙән тыш өҫтәмә дәрестәр уҙғарылған осраҡта, эш хаҡы айырым түләнә. Уҡытыусыларҙың ялы ла оҙайтылды, улар 42 көндән дә кәм булмаясаҡ.
Бынан тыш, был һөнәр эйәләре үҙ иҫәбенә йыллыҡ ял алыу мөмкинлегенә эйә, был осраҡта педагогтың вазифаһы һаҡланып ҡалырға тейеш. Уҡытыусыларға башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡарағанда иртәрәк хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы булдырылды. Педагогтар өсөн ташламалар исемлеген төбәк башлыҡтары үҙ ҡарамағында тулыландыра ала.
#ВВПУТИН