Белоруссия беренселәрҙән булып коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаны һынап ҡарарға тәҡдим итте. Был турала республика Президенты Александр Лукашенко Рәсәй Президенты В.В.Путин менән телефон аша һөйләште. Ил етәкселәре COVID-19 менән көрәштә хеҙмәттәшлек итеү тураһында ла килеште.
Белоруссия мәғлүмәт хеҙмәте белдереүенсә, коронавирустан вакцинациялауҙа ил граждандары үҙ ирке менән ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш, тағы ла 20 ил Рәсәйҙән вакцинаны һатып алыу теләген белдергән. Рәсәй вакцинаһы биш илдә сығарыла башлаясаҡ.