Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 20:15

Белем байрамын тура эфирҙа бергә ҡаршылайыҡ

Яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан “Юлдаш” радиоһы “Сәләм, студент!” тамашаһын ойоштормаҡсы. Был сара йыл һайын үткәрелеп килә, уны студенттар ғына түгел, юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәр ҙә ҡарай.

Яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан “Юлдаш” радиоһы “Сәләм, студент!” тамашаһын ойоштормаҡсы. Был сара йыл һайын үткәрелеп килә, уны студенттар ғына түгел, юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәр ҙә ҡарай.
Тик, пандемия шарттарына бәйле, уның форматы үҙгәрҙе. Быйылғы тамашаны онлайн рәүештә социаль селтәрҙәрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Ҡурай” каналы аша ҡарарға мөмкин. 1 сентябрҙә киске 7-нән алып 11-се яртыға тиклем барған шоу-программаны Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Ғәзиз Әбделмәнов алып бара.
Байрамда Башҡортостан эстрадаһы “йондоҙ”ҙары сығыш яһай. Тамашасылар араһында төрлө бүләктәр ҙә уйнатыла. Конкурстарҙа ҡатнашып, төп приз – электр самокаты оторға мөмкинлек бар.
Конкурстарҙа ҡатнашыр һәм бүләк отор өсөн:
Ошо яҙманы үҙеңә күсереп ҡуйырға кәрәк. Тура эфирҙа репост бәйгеһе ҡаралған.
Йәштәр араһында йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашырға. Яратҡан йырҙы башҡарып видеояҙма эшләргә һәм [email protected] электрон почтаһына ебәрергә. Иң яҡшы эш телевизион эфирҙа күрһәтелеп, авторына бүләк тапшырыла.
Фотоконкурсҡа студент йылдарындағы фотоһүрәттәр ебәрергә мөмкин. Уларҙы #сәләмстудент20#юлдаш20 хештэгтары менән билдәләргә кәрәк.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге “Юлдаш” радиоһы төркөмдәренә яҙылыу талап ителә.
Еңеүселәрҙең исемдәре 1 сентябрь көнө тура эфир барышында билдәле буласаҡ.
“Беҙ бергә! Белем байрамын тура эфирҙа бергә ҡаршылайыҡ”, – ти “юлдаш”тар.