Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 19:30

“Йәш рәссам” йыйылмаһы—Башлыҡ бүләге

"Ҡунаҡ ашы—ҡара ҡаршы",-- тигән кеүек, бүләккә бүләк менән яуап биреү йолаһы ла бар халҡыбыҙҙа.

Ҡунаҡ ашы—ҡара ҡаршы тигән кеүек, бүләккә бүләк менән яуап биреү йолаһы ла бар халҡыбыҙҙа.
Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килгәнендә Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Таулы ҡасабаһында Камилла Юнысова үҙе ҡулдары менән фотоһүрәткә ҡарап төшөргән портретын бүләк итеүен хәбәр иткәйнек. Радий Фәрит улы ҡыҙға бөгөн яуап бүләге—“Йәш рәссам” һүрәт төшөрөү өсөн йыйылма ебәргән.
Камилла һәм уның ғаиләһе шәп бүләккә ифрат шат. Уҡыу йылы алдынан алған махсус дәртләндереү сараһы йыл буйына ҡыҙҙы яңы үрҙәргә әйҙәп торор тип ышанабыҙ.