Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 11:22

Рәсәй командаларының еңеүенә ышанабыҙ

Рәсәй Президенты В.В.Путин "Әрме - 2020" халыҡ-ара хәрби-техник форумында һәм әрме уйындарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Рәсәй Президенты В.В.Путин "Әрме - 2020" халыҡ-ара хәрби-техник форумында һәм әрме уйындарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
"Киң масштаблы был форум донъя халыҡтары һәм илдәре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытырға булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта форумда ҡатнашыусыларға Рәсәй хәрби техникаһы менән танышыу мөмкинлеге булдырылды. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең хәрби ҡеүәте арта бара һәм үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә. Ә инде әрме уйындарына килгәндә Рәсәй командалары профессиональ кимәлдә үҙҙәрен күрһәтеп, тырыш һәм берҙәм булыуҙары менән еңеүҙе үҙ ҡулдарынан ситкә ебәрмәйәсәктәренә ышанам,”-тине үҙ сығышында ил башлығы.
Әйткәндәй, "Әрме - 2020" халыҡ-ара хәрби-техник форумы һәм әрме уйындары 23 августа башланды һәм 29 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
#ВВПУТИН