Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән COVID-19 сиренә ҡаршы маҡсатлы программа сиктәрендә Сибай үҙәк дауаханаһына дүрт берәмек МЕКICS MV 2000 маркалы үпкәгә яһалма вентиляция аппараты ҡайтарылды. Был универсаль медицина ҡорамалы етлекмәй тыуған, йәғни тән ауырлығы 500 грамдан алып кәүҙәләре 250 килограмға тиклем еткән кешеләрҙең үпкәләрен оҙайлы ваҡыт кислород менән тәьмин итә ала.
Эксперт класына ҡараған MV 2000 аппараты вентияцияһы классик һәм махсус режимдарҙа эшләй. Уның ярҙамында инвазив булмаған, гарантияланған күләмдә вентиляция, CPAP, небулайзер уҙғарып була.