Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 19:05

“Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеге иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеге тураһында һүҙ булды. Әлеге ваҡытта компанияның дәүләт пакеты акцияларының ситкә китеүенә бәйле килешеүҙәрҙе юридик яҡтан тикшереү бара.

– Стәрлетамаҡтың иң ҙур предприятиеларының береһе “БСК”лағы хәлдәр беҙҙе етди борсой. Бөтәбеҙ ҙә һуңғы ваҡытта барған ваҡиғаларҙың шаһиты булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Мин был предприятиеның артабанғы яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙебеҙҙең иңгә алырға тейешбеҙ тип хәл иттем. Әлеге ваҡытта акционерҙар сеймал базаһы булмау шарттарындағы хәлде аңламай һәм ни эшләргә белмәй. Ә беҙ сода предприятиеһының артабанғы үҫеш юлдарын күҙаллайбыҙ. Мин республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына бөтә килешеүҙәрҙе юридик яҡтан тикшерергә ҡуштым, шул иҫәптән Башҡортостан бюджетына зыян килтереү йәһәтенән дә.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, министрлыҡта юридик төркөм булдырылған һәм улар тейешле документтарҙы өйрәнә башлаған.
Читайте нас: