АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 18:45

Рәсәй флагы—берҙәмлек символы

Рәсәй флагы көнө уңайынан республика кимәлендә үткәрелгән сараларға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды.Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ҡаланың М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар өсөн “Рәсәй флагы—берҙәмлек символы” байрамы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар бейеү коллективтарының сығыштарын ҡараны, төрлө викторина-конкурста ҡатнашты, флешмобҡа ҡушылды.Ҡаланың “Тиҫтер” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ла Рәсәй флагы көнө уңайынан фото һәм һүрәт төшөрөү конкурсы иғлан итте. Ижади эштәр клубта 24 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителә.

Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй флагы көнө билдәләнә. Башҡортостан да был иҫтәлекле көндән ситтә ҡалманы. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары, ауылдарҙа урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеларында саралар үтә.Бөтә мөһим биналарҙа Рәсәй флагтары ҡуйыласаҡ, теләгән кешеләр уны балкондарына, өйҙәренә лә элә. Ҡайһы бер райондар халҡы, Еңеү көнөндә һалынған йола буйынса, “Рәсәй тәҙрәләре” һәм “Рәсәй флагтары” акцияһын дауам итмәксе.
Республиканың Халыҡ ижады үҙәге “Минең ғаиләлә Рәсәй флагы” тигән онлайн-флешмоб үткәрә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй флагына бәйле фото һәм видеоматериалдарҙы урынлаштырырға һәм #ДеньРоссийскогофлагаУФАРЦНТРБ, #Российскийфлагвмоейсемье хэштегтарын ҡуйырға кәрәк.
Һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәткән китапханалар ҙа был көндән ситтә ҡалмай. Уларҙа төрлө акциялар, флешмобтар, викториналар, бәйгеләр үткәрелә. Саралар башлыса онлайн режимда бара. Дөйөм алғанда, бөгөн китапханалар 650 сара ойошторорға йыйына.
Музейҙар ҙа ситтә ҡалмай, улар үҙ акцияларын үткәрә. Барыһында ла балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы көтөлә. Мәктәп уҡыусылары өсөн саф һауала саралар үткәрелә. Улар илебеҙ флагы тарихына арнала.
Рәсәй флагы көнө уңайынан республика кимәлендә үткәрелгән сараларға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды.
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ҡаланың М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар өсөн “Рәсәй флагы—берҙәмлек символы” байрамы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар бейеү коллективтарының сығыштарын ҡараны, төрлө викторина-конкурста ҡатнашты, флешмобҡа ҡушылды.
Ҡаланың “Тиҫтер” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ла Рәсәй флагы көнө уңайынан фото һәм һүрәт төшөрөү конкурсы иғлан итте. Ижади эштәр клубта 24 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителә.