Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:50

Яңы автобуста елдерәсәктәр

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрына өр-яңы автобус ҡайтарылды. 25 урынлыҡ автобус театрҙың техника паркын яңыртыуға булышлыҡ итеп, гастролдәр географияһын киңәйтеүгә юл яра.

“Мәҙәниәт”милли проектының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекттары сиктәрендә Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрына өр-яңы автобус ҡайтарылды. 25 урынлыҡ автобус театрҙың техника паркын яңыртыуға булышлыҡ итеп, гастролдәр географияһын киңәйтеүгә юл яра.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының проекттары мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлеге сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ театрҙың матди-техник яҡтан йыһазландырыу, коллективтарға ижади эшләүгә шарттар булдырыу ҙа алғы планға ҡуйыла.
Сибай театры был проекттарҙа 4 йыл ҡатнаша. Уларға ярашлы бер нисә сағыу спектакль сәхнәгә ҡуйылды.
--Яңы автобус Урал аръяғы райондары ауылдары халҡының мәҙәни тормошон йәнләндереү өсөн бүленде. Был техникаға ултырып тамашасыларҙың яратҡан артистары төрлө ерлектә спектаклдәр ҡуя ала,--ти театр директоры Илнур Әбдрәшитов.—“Берҙәм Рәсәй” партияһына, республиканың мәҙәниәт министрлығына театр сәнғәтен күтәреүгә индергән тос өлөштәре өсөн ҙур рәхмәт!
#нацпроекты#миллипроекттар