Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 11:38

Кемгә ғүмер, кемгә аҡса...

2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәй ведомстволарында 50 миллиард һум ҡаҙна аҡсаһы менән бәйле тәртип боҙоуҙар асыҡланған.

Илдә коронавирус киҙеүе ҡоторған мәлде файҙаланып, байып ҡалырға теләүселәр күбәйгән икән. Мәҫәлән, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәй ведомстволарында 50 миллиард һум ҡаҙна аҡсаһы менән бәйле тәртип боҙоуҙар асыҡланған. Был турала Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин Президент Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында хәбәр итте.
– Йәмғеһе 169 тикшереү уҙғарылды. Уларҙың яртыһы ҡаҙна менән бәйле. Барыһы 20 тәртип боҙоу асыҡланды, улар тикшереү комитеты һәм Генераль прокуратураның хоҡуҡи баһалауын талап итә. Документтар махсус органдарға ебәрелде, – тине иҫәп палатаһы етәксеһе.
#ВВПУТИН
Читайте нас: