Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 11:40

Ейәнсура һандуғасы автомобилле булды

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткән сарала һәүәҫкәр һәм профессиональ йырсылар араһындағы конкурста Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүсегә төп призды - өр-яңы "Лада Гранта" автомобиле асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары-2020" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 183 кеше ҡатнашып, 76-һы II турға үтте.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткән сарала һәүәҫкәр һәм профессиональ йырсылар араһындағы конкурста Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүсегә төп призды - өр-яңы "Лада Гранта" автомобиле асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
34 йәшлек йырсы сығышы менән Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынан. Әлфиә Мырҙабаева - конкурс тарихында һәүәҫкәр башҡарыусылар араһынан Гран-при яулаған тәүге конкурсант. "Ирәндек моңдары"нда ул 2010 йылдан ҡатнаша.
"Бик шатмын! Ҡасан да булһа еңеремә ныҡ ышандым һәм маҡсатыма өлгәштем, - ти Әлфиә. - Водитель таныҡлығым бар, тыуған яғыма машинаны үҙем йөрөтөп ҡайтасаҡмын"—тип ҡыуана йырсы.
Балалар араһында Гран-при Сибай ҡалаһынан 16 йәшлек Мира Харрасоваға бирелде.
#нацпроекты#миллипроекттар