Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 11:04

Яңы уҡыу йылына әҙербеҙме?

Рәсәй Президенты В.В.Путин Хөкүмәт ағзалары менән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Хөкүмәт ағзалары менән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Быйыл Рәсәйҙә 1 миллион 900 мең бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫасаҡ. 36 мең 485 белем биреү учреждениеһы уҡытыуға тулыһынса әҙер. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙә 1 мең 750 белем усағын сафҡа индереү көтөлә. Бөтә ауыл мәктәптәренә һәм бәләкәй ҡалаларға, ә уларҙың һаны 27 меңдән ашыу, тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу өсөн яңы лабораториялар булдырыласаҡ. 1 сентябрҙән синыф етәкселеге өсөн 5 мең һум түләү ҙә башлана.
Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, көндөҙгө бүлектә уҡыусы 550 мең студент диплом алған. Бөгөнгө көндә "Сириус" белем биреү үҙәге менән берлектә оҫталыҡ программаһы ла эш башланы. Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы ла уңышлы бара, уларҙа 11 мең 500 өҫтәмә бюджет урыны булдырыды.
#ВВПутин