Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 10:10

“Лада Гранта” кем өлөшөнә төшөр?

Кисә Сибай ҡалаһының "Мир" йәштәр йортонда XV "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ll туры тамамланды. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған йыр бәйгеһендә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Ханты-Манси автономлы округының Сургут ҡалаһынан, Мәскәү өлкәһенән, Татарстандан 53 һәүәҫкәр һәм 23 профессиональ йырсы һынау тотто.

Абруйлы жюри: А.К.Тимеров, И.Ф.Аралбаев, С.Р.Моратова, Р.М.Алтыншин, Р.С.Шаһбалов, Э.И.Әхмәтйәновалар йырсыларзың сығыштарын лайыҡлы баһаланы. Шуны билдәләп китеү зарур: конкурстың беренсе туры ла, икенсеһе лә “Сәләм” республика, СТВ, Ютуб каналдары аша тура эфирға сыҡты. Конкурс барышын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡарай алды.
Шулай итеп бөгөн Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында 16.00 сәғәттә башланасаҡ “Ирәндек моңдары” конкурсының Гала-концертында 10 һәүәҫкәр һәм 9 профессиональ йырсы сығыш яһаясаҡ.
Улар:
  1. Сөләймәнова Нәйлә
  2. Котосов Рәмил
  3. Күсәмишев Шамил
  4. Гәзиева Айгөл
  5. Аралбаев Фәттәх
  6. Әюпова Рәлиә
  7. Солтанбаев Минияр
  8. Мырҙабаева Әлфиә
  9. Һағынбаев Юнир
  10. Әхмәтова Рәзида
  11. Профессионалдар:
    1. Заманов Әлфир
    2. Вәлмөхәмәтов Айтуған
    3. Рәхимов Рим
    4. Сирусин Алмас
    5. Хөсәйенов Алмас
    6. Ғәйетбаев Ғаяз
    7. Кәримов Арсен
    8. Кинйәғолов Ильяс
    9. Ишбаев Рәфис
    10. Тап ошо йырсылар араһынан берәү бәйгенең төп призы—автомобилгә лайыҡ буласаҡ. Ул өлөшлө йырсының исемен 20.00 сәғәттә беләсәкбеҙ.
      #нацпроекты#миллипроекттар