Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 16:50

1 сентябрь тантанаһы хаҡында

Мәғариф министрлығы тарафынан яңы уҡыу йылына методик рекомендация әҙерләнгән. Уға ярашлы, байрам линейкаһы 1-се һәм 9-сы, 11-се кластарға ғына үткәрелә.

Мәғариф министрлығы тарафынан яңы уҡыу йылына методик рекомендация әҙерләнгән. Уға ярашлы, байрам линейкаһы 1-се һәм 9-сы, 11-се кластарға ғына үткәрелә. Тантананы уҙғарыу ваҡыты төрлөсә, йәғни айырым үткәрелә. Саранан һуң уҡыусылар үҙ кабинеттарына бара, унда Бөтә Рәсәй онлайн-дәрес башлана. Тәүге дәрес Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Башҡа кластар өсөн 1 сентябрь дистанцион рәүештә үтә. Уларға “Асыҡ дәрес”те республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрә, артабан барыһы ла Бөтә Рәсәй онлайн-дәрескә ҡушыла. Аҙаҡ класс етәкселәре уҡыусыларға коронавирус инфекцияһы һәм унан һаҡланыу алымдарын, мәктәптәге ҡағиҙәләр хаҡында һөйләй.
Фото интернеттан.