АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 11:00

«Беренсе республика» фильмы шорт-лист исемлегендә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, кинорежиссер Булат Йосоповтоң «Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә» (Алтын тәрилкә) I төбәк-ара кинопремияһында «Иң яҡшы композитор» (Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рөстәм Сабитов) номинацияһында билдәләнде.

«Беренсе республика» «Алтын тәлинкә» кинопремияһының шорт-лист исемлегендә билдәләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, кинорежиссер Булат Йосоповтоң «Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә» (Алтын тәрилкә) I төбәк-ара кинопремияһында «Иң яҡшы композитор» (Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рөстәм Сабитов) номинацияһында билдәләнде. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә лауреаттарҙы Рәсәй киноһы көнөндә 27 августа бүләкләйәсәктәр. Тантана Татарстандың «Сәйҙәш» мәҙәни үәгендә үтә. Кинопремияның бүләкләү фонды 1,3 миллион һум тәшкил итә.
#нацпроекты#миллипроекттар