Башҡортостан "Урмандарҙы һаҡлайыҡ-2020" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ул йыл да көҙгөһөн Урман хужалығы федераль агентлығы тарафынан уҙғарыла. Уның маҡсаты--йәмғиәтте урмандарҙы тергеҙеүгә, һаҡлауға йәлеп итеү.
Башҡортостанда 28 августан 31 сентябргә тиклем 43 гектарҙан ашыу майҙанда 170 меңгә яҡын үҫенте ултыртыу күҙаллана.
Ведомство белгестәре белдереүенсә, быйыл 14,2 мең гектар майҙанда урмандарҙы тегеҙеү эше йәйелдерелә. Был "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#нацпроекты#миллипроекттар#экология