Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 12:10

ҺӘР РАЙОНДА - ЗАМАНСА КИНОЗАЛ

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йыл аҙағына һәр муниципалитетта заманса кинозалдар булһын тигәйне. Әле ошо йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барыла.


Башҡортостан мәҙәниәт министры социаль селтәрҙәге үҙ битләүендә хәбәр итеүенсә, Кино фонды федераль конкурс һөҙөмтәләрен иғлан иткән. Рәсәй Федерацияһында иң күп грантты беҙҙең республика алыуға өлгәшкән--был 29,99 миллион һумға торошло 6 проект. Әйткәндәй, уҙған йыл ошо программа сиктәрендә 10 кинозал яңырғайны. Быйыл улар рәтен Дәүләкән, Иглин, Раевка, Саҡмағош, Стәрлебаш ҡалаһындағы кинозалдар тулыландырасаҡ. Һәр береһенә 5 миллион тирәһе аҡса бүленәсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йыл аҙағына һәр муниципалитетта заманса кинозалдар булһын тигәйне. Әле ошо йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барыла. Тимәк, матур, уңайлы һәм заманса кинотеатрҙарҙа кино ҡараясаҡбыҙ!
#миллипроект#мәҙәниәт#культура