Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 13:30

ЙӘЙӘҮЛЕ ТАПАЛҒАН...

Кисә, 13 август, 22.21 сәғәттә Сибай ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. 1982 йылғы Сибай кешеһе "Фольксваген пассат" автомобиле менән идара иткәндә Кутузов урамында урынлашҡан 132-се йорт тапҡырында 1958 йылғы йәйәүлене тапаған. Һөҙөмтөлө, йәйәүле шунда уҡ йән биргән.

Водитель айыҡ булған. Ул үҙе белдереүенсә, йәйәүле, моғайын, юлда ятҡан булғандыр...Әле хоҡуҡ органдары тикшереү алып бара.
Юл-транспорт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: зинһар, юлда абай булығыҙ! Төнөн кейемегеҙгә яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент ҡуйығыҙ, фонарик ҡулланығыҙ. Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! Һаҡ булығыҙ!

Мәғлүмәт һәм фото Сибай юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан алынды.
Читайте нас: