Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:20

Медицина инспекторҙары эш башлаясаҡ

1 сентябрҙән Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә медицина инспекторҙары барлыҡҡа килә. Яңы вазифаны медицина йүнәлешендәге уҡыу йорттары студенттары башҡарасаҡ. Уҡыу йылы башының тәүге осоронда улар социаль арауыҡты, мәктәп эсен дезинфекциялауға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе контролдә тотасаҡ.

--Балалар сирҙе симпомһыҙ үткәреүсән. Улар белем усағында уҡытыусылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр менән аралаша, шуға ла коронавирус таралыу хәүефе юғары. Республикала 2000-дән ашыу мәктәп иҫәпләнә, уларҙа сир аҙыуға юл ҡуймау өсөн ошондай яңылыҡ индерҙек. Быны бәтә Рәсәй мәктәптәрендә лә ҡулланыу дөрөҫ булыр,--тине Хөкүмәттең беренсе премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров “Милләт сәләмәтлеге—Рәсәй үҫеше нигеҙе” Бөтә Рәсәй форумында.
Читайте нас: