Ил башлығы белдереүенсә, бөгөн мәктәптәрҙең 75 %-ы бушлай туҡландырыуға әҙер. Уларҙа ашханалар заманса йыһазландырылған һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк. Был программа башланғыс кластарҙан тыш, әҙ комплектлы мәктәптәргә лә индереләсәк. Мөмкинлек бар икән, белем усаҡтары 2020 йылдың 1 сентябрендә үк бушлай ҡайнар аш бирә башларға тейеш.