Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 11:35

Мәргән уҡсылар йыйыла

14 августа Йылайыр районы Юлдыбай ауылында «Мәргән уҡсының 7 йондоҙлоғо» проекты сиктәрендә уҡтан атыу буйынса семинар уҙғарыла.

14 августа Йылайыр районы Юлдыбай ауылында «Мәргән уҡсының 7 йондоҙлоғо» проекты сиктәрендә уҡтан атыу буйынса семинар уҙғарыла.
«Мәргән уҡсының 7 йондоҙлоғо» тигән проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына эйә булды. Уның сиктәрендә 7 район һәм ҡалала уҡсылар секцияһы асыу ҡаралған.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгән «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ойошманың барлыҡҡа килеү тарихы, ошо хәрәкәт үткәргән саралар, уҡсыларҙың Бөтә Рәсәй һәм донъя конкурстарындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләйәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: